Рабочая прогрмма. Башгос. 7-9 кл.

Аңлатма яҙыу
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теленән программа” (Уҡытыу
рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең VII-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө.Төҙөүселәре Хажин В.И., Вилданов А.Х.,2017.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Ғафури
районының Бурлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы
рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.
Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығынын № 1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем
биреү стандарттарынын Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығынын 10.11.2011 йыл №2643
31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” законы 29.12.2012 № 273-ФЗ.
3. Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында”законы 01.07.2013 №696-3.
4. “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында “ законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән).
5. “ Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл № 216-3.
6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл № УП -730.
Программа телде өйрәнеүҙе өс йүнәлештә ҡарай:
-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу,
-телдең системаһын өйрәнеү,
-бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота, милли тәрбиә лә ҡарала.
Эш программаһы 7 бүлектән тора:
1. Анлатма яҙыу;
2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика;
3. Уҡыу планында предметынын урыны;
4. Уҡыу планында предметын үҙләштереүҙең шәхсән,метапредмет,предмет һөҙөмтәләре;
5. Уҡыу предметының йөкмәткеһе;
6. Тематик планлаштырыу;
7. Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар;
8. Уҡыу процесын уҡыу-уҡытыу методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү.
2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

7-9 класта башҡорт телен өйрәтеүзең үҙенсәлектәре.
Рус мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙын төп бурысы балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеу булғанлыҡтан, лингвистик
материал, әҙәби текстар сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әнгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға
өйрәнеу йунәлешендәге эщтәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен
дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.
Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларҙы сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын,унын ҡаҙаныштарын ижади
файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт сәғәттәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәре, терминдары һүҙлеккә яҙып барыу,
һүҙлекте һәр сәғәттә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙын яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ
итәсәк.
Сәғәттәрҙә уҡытыусыларҙын диктанттар,изложениялар,иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрзең файҙаһы бик
күп. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.
Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:
-Өйрәнелгән материалды анализлау,сағыштырыу,предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау,дөйөмләштереү;
- Предметтарҙың төп уҙенсәлектарен айыра,аңлата белеу;
-Предметҡа,күренешкә ҡарата үҙ фекереңдә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;
-Уҡытыусыларға эхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;
-Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;
-Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик,лексик,морфологик,синтаксис, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик
файҙаланыу;
-Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшлә;
-Предмет-ара бәйләнеш,тарих,сәнғәт,мәҙәниәт,әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәтеү.
Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә,түбәндәге принциптарға нигеҙләнергә кәрәк:
1. Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.
2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын курһәтеү.
3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.
Шул нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәнеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:
1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде , уҡығанды, радио-теле тапшырыуҙарын аңларға өйрәнеү (аудирование);

2. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар,ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү
(говорение);
3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән уҡыу ҡулланмаһы төрҙәре, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған
“Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шонҡар”, “Йәшлек” ғәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү (чтение).
4. Аралышыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу (
элементарное письмо).
5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормашонда, хеҙмәт процессында практик файҙаланырға өйрәтеү.
6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә байлап,балаларҙы башҡорт халҡынын тарихы,мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,милли йолалары,
башҡорт халҡының күренекле шәхестәре,уларҙың эшмәкәрлеге,ижады һ.б. менән таныштырыу,балаларҙы башҡорт доньяһына алып
инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
Төп йөкмәтке линиялары
Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:
-телмәр эшмәкәрлегенен төп төрҙәрендә төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
-тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
-социомәҙәни компетенция;
-дөйөм уҡыу һәм уҡыу оҫталыҡтары.
3. Уҡыу планында предметтың урыны
Уҡыу планында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 7-9 класта 68 сәғәт бүленгән. Аҙнаһына 1 сәғәт, 7-9 кластарҙа йылына 34
уҡыу аҙнаһы.
-АСО технологияһы алымдары;
-Эҙләнеү һәм тикшереү эштәрен ойоштороу;
-Төрлө презентациялар яһау;
-Мультимедия проектары һәм экран ҡулланыу;
-Электрон уҡыу ҡулланмаһы ҡулланыу;
-Эре блоктар алымын ҡулланыу, һ.б.

4. Уҡыу предметтын үҙләштереүҙең шәхси,метапредмет,предмет һөҙөмтәләре

Шәхси һөҙөмтәләр
-уҡыусының мәктәпкә,уҡыуға ынғай ҡарашлы булыуы;
-башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ өйрәнелеүгә ыңғай ҡарашлы булыуы;
-сит телдәрҙе өйрәнеүгә коммуникатив,социаль һәм уҡып таныу мотивы булыуы;
-сит телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһынып, уҡыу эшмәкәрлегенә ылығыуы;
-ижади эшкә (проектлау эшмакәрлегенә) ылыҡтырыу;
-үҙбаһалау кимәлен үҫтереү, тел буйынса өлгәшеү йә өлгәшмәу сәбәбен аңлау кимәлен үҫтереү;
-доньяға ҡарашын, тәбиғәт менән халыҡтар,уларҙын мәҙәниәте,дини ҡараштары бер бөтөн икәнен аңлауға йүнәлтеү;
-этик тойғоларын үҫтереү – башҡалар өсөн ҡайғыртыу, шатланыу, ҡайғылырын уртаҡлашыу, изгелеклелек,намыҫ,һ.б.;
-телдең тасуирлығы аша матурлыҡты тойомлауын үҫтереү;
-сәғәттә һәм сәғәттән тыш уҡытыусы менән,тиҫтерҙәре йәки ололар менән бергә башҡарған эшмәкәрлектә аралашыу кимәлен үҫтереүгә
йунәлеш биреү;
-сәләмәт тормош алып барыу тураһында , материаль байлыҡ тураһында тәүге белем, төшөнсә биреү.
Предмет-ара һөҙөмтәләр
Регулятив-универсаль уҡыу эшмакарлеге:
-Сәғәттең маҡсаттарын һәм бурыстарын һаҡлап ҡалыу, уҡытыусы менән берлектә яңы бурыстар ҡуйыу;
-ҡуйылған маҡсатты үтәү өсөн төрлө ысулдар эҙләп табыу, һүрәтләү, һөйләү,логика кимәлендә береһен һайлап алыу;
-уҡытыусы менән бергә йәки үҙ аллы ҡуйылған бурысты үтәү өсөн, төрлө эштәр планлаштырыу;
-информацион сығанаҡтарҙа билдәләнгән план буйынса,шулай уҡ инструкция буйынса эштәр башҡара алыу: уҡыу ҡулланмаһынтағы
күнегеүҙәрҙә, уҡыу ҡулланмаһынтағы өҫтәлмә материалдарҙа;
-уҡыу материалы менән бәйләнгән уҙенең эшмәкәрлегенен башҡарылыуын һәм һөҙөмтәһен контролләү, кәрәкһә үҙгәрештәр индереү;
-үҙеңдең эшеңде баһалау, эш барышында барлыҡҡа килгән ҡыйынлыҡтарҙы билдәләу,уңыштарыңды,уңышһыҙлыҡтарынды
билдәләу,уларҙы башҡарып сығыу ысулдарын билдәләү;
-эшеңде уҡытыусылар, иптәштәрен, йәки башҡалар ҡуйған билдәләрҙе аңлау.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

-танып-белеү маҡсаттарын анлау, төшөнөү, үтәү-үҙ аллы, йәки уҡытыусы етәкселегендә;
-үҙ аллы уҡыу ҡулланмаһытан,төрлө өҫтәлмә әҙәбиәттән (библиотека һәм Интернет ресурстарын ҡулланып )кәрәкле информацион табыу
һәм күнегеүҙәр үтәүҙә ҡулланыу;
-һүрәт, схема,таблица бирелгән информацияны аңлау, һөйләү;
-уҡыуҙың төрлө төрҙәрен ҡулланыу,уҡыуҙың маҡсатын билдәләү,төшөнөү;
-уҡыған текстын эстәлеген анлау, кәрәкле информацияны билдәләү,телдән йәки яҙма текстың йөкмәткеһен аңлатып биреү;
-текстың йөкмәткеһен,яҙылыу телен,төҙөлөшөн анализлау һәм баһалау,бирелгән иллюстрацияларҙын урынын һәм ролен билдәләү;
-аңлы рәуештә телдән йәки яҙма формала төрлө темаға һөйләмдәр,сығыштар әҙерләү,улар менан класташтарын алдында сығыш яһау,шул
уҡ ваҡытта плакаттар,презентациялар ҡулланыу;
-грамматика буйынса төрлө схемалар,табицалар,алгоритмдар төҙөү,уларҙы ҡулланып күнегеүҙәр эшләү.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
-бирелгән тема йәки ситуациялар буйынса телдән йәки яҙма формала,ҡуйылған маҡсатҡа тап килтереп,әҙәби тел нормаларын
һаҡлап,үҙеңден тойғондо,уйынды белдереү;
-һөйләшеү барышында партнерҙың үҙен тотоуына,үҙ-ара аралашыуға иғтибарлы булыу;
-диалогта, дөйөм әңгәмәлә,берҙәм эшмәкәрлектә (парҙарҙа, төркөмдәрҙә)ҡатнашырға,бер-береңде контроллаү;
-һорауҙар биреү,яуаптар табып әйтеү,бындай эш барышында партнерҙарға ярҙам итеу,уларҙы контроллаү;
-төрлө ҡарашлы яуаптарҙы тыңлап аңлау,баһалау,үҙендең ҡарашынды аргументтар килтереп әйтеү;
-ҡуйылған коммуникатив бурыстарға ярашлы монолог төҙөу.

Предмет һөҙөмтәләре
Башҡорт теле нормалары (фонетик,лексик,грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн,хәреф, һүҙ,һүҙбәйләнеш,
һөйләмдәр кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.
А.Коммуникатив сферала ( башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)
Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы
Һөйләү телмәрендә:

-аралашыуҙың типик ситуацияларында элементтар этикет диалог алып барыу;
-элементтар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе,дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һурәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса
ҡылыҡһырлауы.
Тыңлап анлауҙа:
-уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы.
Уҡыуҙа:
-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
-өйрәнелгән тел материалы менан бер рәттан яны һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен
аңлау,текстан кәрәкле информацияны табыу.
Яҙма телмәрҙә:
-яҙыу техникаһына эйә булыу;
-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат, ҡылыҡһырлама,һүрәтләүҙәр яҙыу.
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү)
-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу;
-һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
-өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;
-башланғыс һәм төп белем биреү мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр,баһалау лексикаһы,телмәр
клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Социомәҙәни компетенция географик атамаларҙы,билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙен сюжеттарын,
балалар фольлорынын әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар,йомаҡтар,мәҡәлдәр,һынамыштар,легендалар )белеү:
Б.Танып белеу сфераһы:
-айырым өндәр,хәрефтәр,һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр,ябай һәм ҡушма һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренен күренештәрен
сағыштыра белеү;
-ҡағиҙәләр,таблицаларҙы ҡуллана белеу;

-үҙ-үҙеңде төп белем биреү класы уҡытыусыһы кимәленда баһалай белеү;
В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
-башҡорт телен фекер,хис-тойғо,эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;
-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәтәрен үҙләштереү;
Г.Эстетик сферала:
-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
-балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.
Д.Хеҙмәт сфераһында:
-уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
-башҡорт теленән төрлө типтағы кунегеүҙәр;
-тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-уҡыу ҡулланмаһындағы әҙаби текстарға пландар төҙөү;
-һорауҙарға яҙма яуаптар һам иншалар
-тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
2. Башҡорт теленең ағымдары,сирек йәки йыл аҙығында. Шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау
контроль эштәре үткәрелә.Ағымдағы контроль эштәр программанын өйрәнелгән материалын үҙләштереүе тикшереу маҡсатында уҙғарыла.
Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлығынан,уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә.
Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә унын бер өлөшөн генә файҙалана ала.
3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һам йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә
төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшамбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалынын үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙын сәғәттәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.
Бынын өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр,яҙма эштәр үткәреү ҡарала.
Төп белем биреү класы уҡыусыларынын белемдәрен баһалау нормалары.
Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы:
-уҡыусыларҙың эштәре:;

-тест һөҙөмтәләре.
Методтар:
-күҙәтеү;
-яуап һайлау;
-ҡыҫҡаса яуап;
-башҡарыу процесын баһалау;
-башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;
-портфолио.
Критерийҙар:
-баһалау ысулдарынын дөрөҫлөгө;
-ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;
-уҡыуҙың дөрөҫлөгө;
-уҡыуҙың темпы;
-әнгәмәлә ҡатнашыу;
-яуаптың дөрөҫлөгө;
-яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.
1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.
Уҡыу техникаһын тикшереу.
Һүҙләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу .Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе,
һөйләмдәрҙе ҡыҫҡа текстарҙы анлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу кунекмәләрен үҫтереү.
Ҡысҡырып уҡыу.
Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәуештә тотош уҡыуға күсеү.Уҡыу тиҙлеген эҙмәэҙлекле үҫтереү.
Эстән-уҡыу.

Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау.Уҡыуҙың төрөн билдәләү.Текстан кәрәкле информация таба белеү.
2. Телдән биргән яуаптарҙы билдәләу нормалары.
Утелгәндәрҙе ҡабатлау,уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙын башҡорт теле буйынса белемдәрен,белеүҙәрен һәм күнекмәләрен
тикшереү,иҫәпкә алыу,шунын менән бергә,алған белемдәргә таянып,тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү
алымдарынын береһе иҫәпләнә.
Уҡыусынын яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:
1) Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
2) Үтелгәнде аңлы үҙләштереү, аңлау кимәле;
3) Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.
Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған
бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланын өйрәнелгән ҡағиҙәләргә, билдәмәләргә таянып эш итә белеүен курһәтергә тейеш.
Әгәр уҡыусы:
1) Тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;
2) Үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен курһәтһә;
3) Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа,уның яуабы “5” билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы “5” билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы
иҫкәртеүенән һун уларҙы төҙәтеп барһа, телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ янылышлыҡтар китһә,унын яуабы “4” билдәһе
менән баһалана.
әгәр уҡыусы таҡдим ителган темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеуен курһәтһә,ләкин
1) Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсөләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;
2) әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;
3) Яуабында эҙма-эҙлелек һаҡланмаһа, телмәр төҙөлөшөнда хаталар булһа,унын яуабы “3” билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы һоралған материалдын күберәк өлөшөн белмәүен, билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙын төп
фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә,материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа,унын яуабы “2” билдәһе
менән баһалана.
3. Яҙма эштәрҙең төрҙәре,күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) Һуҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) Һуҙлек диктанты;
3) Ғәҙәти диктанттар;
4) Һорауҙарға яуаптар яҙыу;
5) Изложениелар;
6) Иншалар;
7) Тестарға яуаптар яҙыу.

Һаналған яҙма эштәрҙен башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементтар характерҙа,өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән
һун ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе,һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән
әйттереү,ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау,ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
Белем кимәлен диагностикалау формалары һәм күләме:
Эш төрҙәре
Күсереп яҙыу

7 класс
-

8 класс
-

9 класс
-

Һорауҙарға яуап яҙыу

1

-

-

Диктант

5

5

5

Изложение

-

-

1

Инша

1

1

1

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:
Эш төрҙәре
Һүҙлек диктанты
Диктант
Изложение
Инша

7
18-22
70-80
60-70
65-75

8
22-25
80-90
70-80
75-85

9
25-28
90-100
80-90
85-95

Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.
Яҙма эштәргә уҡытыусы уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен баһалау нормаларына ярашлы билдә ҡуйырға тейеш.
Диктанттарҙы баһалау.
Контроль диктант текстына алдағы ике-өс сәғәттә өйрәнелгән,етерлек кимәлдә нығытылған яны орфограммалар ғына индерелә.Үтелмәгән
ҡағиҙәгә ҡараған орфограммалар һәм тыныш билдәләре иҫкәртелә.

Диктантты тиrшергәндә тубәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
-мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
-әле үтелмәгән ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
-механик рәүештә бер хәрефте икенсеһе менән алыштырып яҙыу.
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәнда тупаҫ булмағандары,йәғни
грамоталыҡты билдәләү өсөн мөһим әһәмиәте юҡтары айырым билдәгән. Бындай хаталарҙың икәүһе берәугә һанала. Улар түбәндәгеләр:
-ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
-бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
-бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
-үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышында хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
Билдәләр
“5”
“4”

Баһалауҙың төп критерийҙары
Тупаҫ булмаған 2 орфографик, 3 пунктуацион хата булған эшкә
5 орфографик, 4 пунктуацион,йә 2 орфографик, 6 пунктуцион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион
хатаһы булған эшкә. әгәр хаталар араһында бер типтығылар булһа,5 орфографик хаталы эшкә
“3”
7 орфографик, 6 пунктуацион,йә 4 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә
ҡуйыла.әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 9 орфографик, 9 пунктуацион хаталы эшкә лә
ҡуйыла.
“2”
9 орфографик,9 пунктуацион, йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хаталы эшкә лә ҡуйыла.
Әгәр контроль эш диктанттан һәм өҫтәмә грамматик,орфографик, лексик эштәрҙән торһа,уларҙың һәр береһе айырым баһалана. Грамматик
биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
“5” билдәһе –бөтә эште лә теүәл һәм дөрөҫ эшләгәндә,йә бер хата булғанда,
“4” билдәһе –эштен яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләгәндә,
“3” билдәһе – яртыһынан әҙераге дөрөҫ эшләгәндә,
“2” билдәһе- бер эш дөрөҫ эшләмәгәндә ҡуйыла.
Инша һәм изложенияларҙы баһалау.
Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр
-эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап кила,
-фактик хаталар юҡ,
-йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла,
-эштең һүҙлеге бай,
-стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштең йөкмәткеһе яғынан –биш һәм
телмәре яғынан биш кәмселек булыуы мөмкин.
“4”
-эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура кила (бер ни тиклем ситкә
тайпылыштар бар),
-йөкмәткеһе дөрөҫ,ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар
бар,
-фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған,
-ҡайһы бер осраҡта һуҙҙәрзең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин,
-эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең
йөкмәткеһендә һигеҙ һәм телмәрендә һигеҙ кәмселек булыуы мөмкин.
“3’
-эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған,
-эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә
хаталар байтаҡ,
-эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар
бар,
-эштә йөкмәткеһе яғынан-ун биш, телмәре яғынан ун биш хата булыуы
мөмкин.
“2”
-эш теманы асмай,
-бик күп фактик, һуҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән,
-эштен бөтә өлөштәрендә ла фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған,һөйләмдәр
урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ,
-эштең йөкмәткеһендә- егерме,телмәрендә егерменән күберәк хата ебәрелгән.
Өйрәтеүсе эштәрҙе баһалау.
“5”

Грамоталылыҡ
4 орфографик, 4 пунктуацион,йә 5
грамматик хата булыуы мөмкин

8 орфографик, 7 пунктуацион,йәки 3
орфографик, 13 пунктуацион,шулай
уҡ 6 грамматик хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктуацион,
шулай уҡ 9 грамматик хата булыуы
мөмкин.

12-15 орфографик, 10 пунктуацион,
12 грамматик хата булыуы мөмкин.

Өйрәтеүсе эштәр ( төрлө типтағы кунегеүҙәр. Контроль булмаған диктанттар) контроль эштәргә ҡарағанда ҡатыраҡ баһалана. Өйрәтеүсе
эштәрҙе баһалағанда түбәндегеләр иҫәпка алына:
-уҡыусыларҙың үҙаллылыҡ кимәле;
-уҡытыу (өйрәтеү) этабы;
-эштен күләме.

Әгәр ҙә ебәрелерҙәй хаталар эш барышында иҫкәртелгән булһа “5” билдәһе бер хатаһы ла булмаған,йә хатаһы төҙөлгән эшкә генә ҡуйыла.
“4” билдәһен хаталы эшкә ҡуйырға мөмкин.
5.Уҡытыу предметының (курс) йөкмәткеһе
Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу кунекмәләре
1. Графика,каллиграфия,орфография.
Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе,йө,йу,йа ҡушымсылары.Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре.Төп орфографик
ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
2. Телмәрҙең фонетик яғы
Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ ишетеү һәм әйтеү.Төп орфоэпик нормалар.Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең
интонацион төрҙәре.
3. Телмәрҙең лексик яғы
Лексик берәмектәрҙе ике яҡлы (рецептив һәм продуктив ) үҙләштереү,тотороҡло һүҙбәйләнештәр,телмәр этикеты элементтары
булараҡ баһалау лексикаһы һәм телмәр клишелары. Интернациональ һүҙҙәр. Һүҙьяһалыш.
4. Телмәрзең грамматик яғы
Һөйләмдең төп коммуникатив төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү. Һорау алмаштары.Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Раҫлау һәм инҡар итеү
һөйләмдәре.Хәбәр ҡылым,исем һәм ҡушма ҡылым менән белдерелгән ябай һөйләм. Раҫлау йәки иңҡар итеү мәғәнәһен белдергән
өндәү һөйләмдәр. Эйәһеҙ һөйләм. Хәҙерге заман формаһы. Ябай тарҡау һөйләм. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Һәм, ләкин теркәүестәре
менән бирелгән теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Сөнки бәйләүесе менән бирелгән эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Инфинитив (уртаҡ
ҡылым). Мөмкин,тейеш,кәрәк модаль һүҙҙәре. Исемдәрҙең һан һәм килеш менән үҙгәреше. Сифат дәрәжәләре. Алмаш һәм уның
төрҙәре (зат, һорау, эйәлек,курһәтеү). Ваҡыт рәүештәре (кисә, бөгөн,иртәгә, йыш һ.б.). 100-га тиклем төп һандар, 30-ға тиклем рәт
һандары.
Төп йөкмәтке линиялары
Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:
-телмәр эшмәкәрлегенен төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
-тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
-социомәҙәни компетенция;
-дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.


Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

ВНИМАНИЕ!

Срок действия лицензии на использования программного обеспечения окончен 11.04.2024.
Для получения информации с сайта свяжитесь с Администрацией образовательной организации по телефону +7(34740) 2-33-48

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».